Логотип УУНиТ

Уфимский университет науки и технологий

В день науки о гордости нашего филиала - кандидате филологических наук, доценте кафедры ГиЕНД, Билаловой Дине Нуримановне! Дина Нуримановна является одним из самых любимых преподавателей наших студент


08.02.25, 14:39

Фән тауына тик тырыштар ғына үрләй

8 февралдә Рәсәйҙә фән көнө билдәләнә. Ғилем юлын тик ныҡышмалдар, тынғыһыҙҙар, маҡсатына ынтылғандар ғына һайлайҙыр ул. Өфө фән һәм технологиялар университетының Ишембай филиалында студенттарға төплө белем биргән, улар менән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, мәҙәни сараларҙа ҡайнап йәшәгән, бынан тыш ғилем өлкәһендә әүҙем эшләгән, 80-дән артыҡ ғилми мәҡәләләр авторы, доцент, филология фәндәре кандидаты Динә БИЛАЛОВА менән студенттар тормошо, яуланған уңыштар тураһында әңгәмәләштек.

- Динә Нуриман ҡыҙы, Ишембайҙа икенсе йыл эшләйһегеҙ, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып китһәгеҙ ине.

- Тыумышым менән Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы ҡыҙымын. Уҡытыусылыр династияһын дауам итәм. Элек кемдәр һәйбәт уҡый, бөтәһе лә йә табипҡа, йә уҡытыусыға уҡырға баралар ине. Мин дә өләсәйем Сынбулатова Вәсилә Ғилман ҡыҙының, әсәйем Билалова Гүзәл Оморҙаҡ ҡыҙының юлдарын дауам итеп, уҡытыусы һөнәрен һайланым. Башта Салауат педагогия колледжының сит телдәр бүлегендә, артабан Бөрө дәүләт социаль педагогия академияһының (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы) башҡорт-инглиз бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамланым. Яҡташыбыҙ Маҡар ауылы ҡыҙы профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым. Етәксем Гөлфирә Риф ҡыҙынан бик уңдым. Уның кеүек талапсан, тәжрибәле кешене күргәнем юҡ ине. Бергә эшләү дәүерендә йүнәлеш биреп, ярҙам итеп, күп нәмәгә өйрәтте. Әлеге ваҡытта уның ҡулы
аҫтында фән өлкәһендә эшләүҙе дауам итәм.

Ишембай филиалында икенсе йыл ғына эшләһәм дә, юғары уҡыу йортонда эшләү тәжрибәм бар. Быға тиклем Өфө нефть һәм техник университетының Салауат филиалында оҙаҡ ҡына йылдар инглиз теленән уҡыттым.

- Университетта студенттар инглиз телен теләп өйрәнәләрме?

- Эйе, бик ихлас өйрәнәләр. Инглиз теле буйынса төрлө курстарға яҙылалар. Иң ҡыҙығы шул. Бер курс бөтөп өлгөрмәй, “тағын ҡасан үткәрәһегеҙ, мине яҙығыҙ әле” тип һорай башлайҙар. Уҙған йыл теләүселәр күп булғас, курстарҙы өс тапҡыр ойошторорға тура килде. Студенттар тип дөйөмләштереп әйтәм, улар араһында 40-50 йәшлек ситтән тороп уҡыусылар ҙа бар. Уларҙың яйына ҡарап, курстарҙы кис көнө үткәрәбеҙ. Бик ҡәнәғәт ҡалалар, “инглиз телендә йырҙарҙы, фильмдарҙы аңлай башланыҡ”, тип ҡыуаныстары менән бүлешәләр.

- Эйе, инглиз телен халыҡ-ара тел булараҡ белеү бик мөһим. Тырышып өйрәнгәс, уңыштар ҙа етерлектер.

- 2024 йылда минең тәҡдимем менән Ишембай филиалында беренсе тапҡыр инглиз теле буйынса төбәк олимпиадаһы уҙғарҙыҡ. Унда Ишембай, Миәкә, Хәйбулла, Мәләүез, Ҡариҙел райондарынан, Салауат, Сибай, Мәләүез ҡалаларынан һәм Свердловск өлкәһенән барыһы 85 кеше ҡатнашты. Үҙебеҙҙең филиал студенттары ла юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Йыл һайын башҡа университеттар үткәргән олимпиадаларҙа, викториналарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.

Аллаға шөкөр, грамоталарһыҙ, сертификаттарһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Былтыр шулай уҡ “Сәнәғәттә инновация технологиялары һәм ҡарарҙары” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция үтте. Сарала Ҡытайҙан, Беларусь Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан һәм Тажиҡстандан һәм Рәсәйҙең 20 төбәгенән ҡатнаштылар.

- Уҡытыусы эше бик тынғыһыҙ инде...

- Эйе, уҡытыусы бит белем биреүҙән тыш, тағы күп эштәр башҡара. Ошо аҙнала фән көнөнә ярашлы, студенттарға “Нисек итеп фәнни мәҡәләләр яҙырға” тигән оҫталыҡ дәресе ойошторҙом. Сөнки апрель айында беҙҙең филиалда Бөтә Рәсәй конференцияһы уҙасаҡ, студенттарыбыҙға мотлаҡ рәүештә мәҡәләләр яҙырға, доклад менән сығыш яһарға, тигән талап ҡуйылған. Шуға ла уларға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ.

- Уҡыу йортонда Төркмәнстандан килгән студенттар ҙа белем ала. Бөгөнгө көндә улар нисек йәшәй, уҡый?

- Эйе, Өфө фән һәм технологиялар университетының барлыҡ филиалдарына ла тиерлек сит ил студенттары уҡый. Беҙ быйыл Төркмәнстандан студенттарҙы ҡабул иттек. Улар араһында уҡыу алдынғылары, шәп спортсылар ҙа бар. Мин уларҙың кураторы. Уҡыу йылы башында танышҡанда “Һеҙ хәҙер Рәсәйҙә, һорауҙарығыҙ, ауырлыҡтар булһа, килегеҙ, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итермен, һеҙгә икенсе әсәй кеүек булырмын” тигәйнем. Ҡайһы берәүҙәр минең һүҙҙәремде тура мәғәнәлә аңлап, телефон аша “әсәй” тип яҙа башланылар. Төркмән теле башҡорт теленә оҡшаш булғас, рәхәтләнеп аралашабыҙ. Бик әүҙемдәр, ихластар, улар менән бергә ял көндәрендә Ишембай ҡалаһы янын йәйәүләп йөрөп сыҡтыҡ, бөтә парктарҙы ҡараныҡ, мәсеттә булдыҡ, концерттарға барҙыҡ. Атай-әсәйҙәрен һағыналар инде, ләкин уҡырға тигән теләктәре лә бик көслө, тырышалар.

Төркмәндәр генә түгел, 2-се курста уҡыусы тағы бер төркөм студенттарым да бар. Улар минең иң ҙур ярҙамсыларым. Ниндәй генә саралар үткәрһәм дә, һәр ваҡыт янымдалар. Бергәләп олимпиада, конференция, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар үткәреп оҫтарып бөттөк. Күҙ теймәһен, бик әүҙемдәр.

- Ишембайҙа шундай юғары уҡыу йорто булыуы ҡыуаныслы. Коллективығыҙ тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине.

- Директорыбыҙ Дим Хөснөтдинов аҡыллы һәм уңған етәксе. Уның ҡулы аҫтында коллектив бик уңышлы эшләй. Бар саралар ҙа директор һәм уның урынбаҫарҙары Мария Некрасова, Эльвира Ғәрифуллина, Илдус Әмирханов ярҙамы менән башҡарыла, улар тарафынан коллективта ышаныслы мөхит булдырылған. Студенттар менән бергә
ҡайнап, дәртләнеп эшләйбеҙ.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!