Сведения об ОО

ГТРК «Башкортостан», 13 сентября 2017

Поделиться:

Сентябрҙә студенттар стипендияны яҡынса 6 процентҡа күберәк аласаҡ. Илдең Мәғариф һәм фән министрлығы аҙаҡҡы 3 йылға беренсе тапҡыр түләүҙе индексацияланы. Яңы уҡыу йылында стипендия кәмендә 1 мең ярым тәшкил итәсәк. Ә ҡайһы бер студенттарҙың университет бүлгән аҡсаһы 30 мең һумға ла етә. Студенттар аҡса өсөн нимәгә әҙер һәм ни өсөн өлгөлө  уҡыу килемле?

 

Наҙгөл Азаматова уҡыуҙан буш ваҡытында әкиәт геройына әүерелә, балалар яратҡан ҡыҙ аниматор булып эшләй. Һөнәре буйынса буласаҡ уҡытыусы өсөн был өҫтәмә тәжрибә. Икенсенән студент яҡшы ғына килем дә ала.

 

Бынан тыш 4 курс студенткаһы университет тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, йәмәғәт эштәрендә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн уға уҡыу йортоноң юғары дәүләт академия стипендияһын бирәләр, ә был яҡынса 13 мең һум тирәһе. Айлыҡ килемен ул үҙенә лә еткерә, туғандарына ла ярҙам күрһәтә.

 

Һәр юғары уҡыу йорто өҫтәмә стипендияны үҙенсә билдәләй. Шулай ҙа шарт – яҡшы уҡыу һәм университет тормошонда әүҙем ҡатнашыу.

 

Юғары стипендияға өлгәшеү һәм өҫтәмә эш табыу бәхете һәр кемгә лә тәтемәй. Шуға күрә һәр студенттың аҡсаны һаҡсыл файҙаланыу сере бар.

 

Ҡайһы бер уҡыу йорттарында студенттар айына 30 мең һумға тиклем стипендия алыуға өлгәшә. Ундайҙар һаны күп түгел һәм башлыса фән менән шөғөлләнеп, уҡыуҙа яҡшы билдәләргә өлгәшкән һәм исемле стипендия алғандар. Бынан тыш махсус стипендиаттар ҙа бар, был мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм хәрби кафедраны һайлаусылар.

 

Студентҡа стипендияға йәшәргә була, тик бының өсөн 4-ле 5-легә генә уҡыу етмәй. Мәҙәниәт, спорт, фәндә, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем булғанда ғына яҡшы түләүгә өмөт итергә мөмкин. Тәүге курстарҙа күберәк белем алыу хаҡында ҡайғыртһалар, уҡыу аҙағына күптәр эш менән уҡыуҙы берләштереү яғын ҡарай. Сөнки белем менән генә тамаҡ туймай, тәжрибә лә тупланмай.

 

 




Станьте соавтором УУНиТ! Присылайте свои новости в наш чат-бот в Telegram. Не забудьте прикрепить фото- или видео- материалы.


Смотрите также

ИА "Башинформ", 13 июля 2017

Газета «Вечерняя Уфа», 21 июля 2017

Газета «Вечерняя Уфа», 8 сентября 2017

«Луховицкие ВЕСТИ», 11 сентября 2017

ГТРК «Башкортостан», 14 сентября 2017

Красное знамя. 7 сентября 2017 года

ГТРК «Башкортостан», 5 октября 2017

Городской телеканал UTV, Уфа. U-News, 4 октября 2016 года

Заявка на вызов спецавто

Вы можете позвонить по номеру телефона:

8-908-35-04-909
Закрыть форму