Сведения об ОО

ГТРК «Башкортостан», 21 декабря 2017

Поделиться:

 

 

Өфө дәүләт авиация техник университетында Александр Можайский исемендәге авиация тарихын өйрәнеү һәм һауала осоу буйынса халыҡ-ара олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Еңеүселәр Мәскәүҙә йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Людмила Реутоваға 13 йәш. Быйыл ул олимпиадала “Аэродром” диорамаһын һәм йыһанда сүп-сар йыя торған үҙенсәлекле робот тәҡдим итте. Авиация тарихын өйрәнеү һәм һауала осоу буйынса олимпиада 15-се тапҡыр уҙғарыла. Һайлап алыу туры республиканың 8 район һәм ҡалаһында үтте. 600-ҙән ашыу йәш ғалим һәм уйлап табыусы конкурста үҙ эштәрен тәҡдим итте.Олимпиаданың төбәк этабына яҡынса 60 кеше сыҡты. Һәр финалист һайлап алыу комиссияһы алдында үҙ проектын яҡланы. 60 конкурсанттың иң-иңдәре Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.Йәйгеһен бөтә еңеүселәр һәм бүләкләнеүселәр Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенә шөғөлләнәсәк.

 

21 декабря 2017 ГТРК «Башкортостан»

 




Станьте соавтором УУНиТ! Присылайте свои новости в наш чат-бот в Telegram. Не забудьте прикрепить фото- или видео- материалы.


Смотрите также

UTVNeft, 1 декабря 2017

Красное знамя (г. Нефтекамск), 8 декабря 2017

1TV Давлеканово, 12 декабря 2017

Телекомпания Туймазы, 15 декабря 2017

Стипендия в 25 тысяч рублей для студентов Башкортостана

День открытых дверей ИНЭК УГАТУ

ИА «Башинформ», 17 января 2018

«Республика Башкортостан» №5 | 18.01.18

Заявка на вызов спецавто

Вы можете позвонить по номеру телефона:

8-908-35-04-909
Закрыть форму